Новости
7 Февраль 2020, 11:42

Ниндәй ризыҡ күпме һаҡлана?

Макарон бүлмә температураһында бер йыл һаҡлана. Дымлы һауала күгәрә.

Үҫемлек майы. Шешәләгеһе ҡараңғы урында 18 градуста дүрт ай һаҡлана. Температура тағы ла юғарыраҡ булһа, үҫемлек майындағы файҙалы май кислоталары әсеп, ағыуға әйләнә.
Йомортҡаны 2-6 градуста йылыла 2-3 аҙна тоторға була. Оҙағыраҡ һаҡлаған һайын сифаты ла түбәнәйә.
Һыуытҡыста :
бешкән ит 3-4 көн,
үткәрелгән ит 1-2 көн,
колбаса – 1 аҙна,
ҡош ите 1-2 көн,
балыҡ 1-2 көн,
аҡ май 1 ай,
ҡаты сыр - 3 аҙна һаҡлана.
Әгәр оҙаҡ ятҡан ризыҡтарҙың сифаты шик уятһа, уларҙы ҡулланмауығыҙ хәйерле.
Фото: sfera.fm
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Nind-y-rizi-k-pme-a-lana-112728/
Читайте нас