Новости
7 Февраль 2020, 11:46

Эскеселәр һанын вахтасылар ҙа арттыра...

Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә күберәк эсәләр? Эсеү, тигәндә, нимәне күҙ уңында тотҡанды аңлайһығыҙҙыр. Сәй тураһында һүҙ барһа, беҙ уны “сәй эсәбеҙ” тибеҙ. Һүҙ әл-ҡәһел (алкоголь) тигән ағыу хаҡында.

Рәсәйҙең Федераль һәм төбәк алкоголь баҙары буйынса тикшеренеү үҙәге белгестәре араҡыны иң күп эсеүсе төбәктәрҙе асыҡлаған.
Алда торған биш субъект исемлегендә – Сахалин, Магадан өлкәләре, Коми, Карелия, Чукотка.
Бында легаль алкоголь ғына иҫәпләнгән. Өҫтәүенә, ул дөйөм ил күрһәткестәренә әллә ни йоғонто яһамай. Сөнки беҙҙә кеше өйөндә шарап яһап ҡына эскән, иҫерткес артынан магазинға йүгермәгән төбәктәр ҙә бар. Ә суррогат эшләү күләмен бер кем дә, бер ҡасан да дөрөҫөн әйтә алмаясаҡ.
Нимәһе ҡыҙыҡ: баяғы биш эскесе төбәктә иҫерткес ҡулланыусы төп масса – ирҙәр, ә был күрһәткескә вахта менән йөрөп эшләүселәр ҙә тос өлөш индерә, имеш.
Тағы бер сәбәбе: һыуыҡ бит, йәмәғәт... Етмәһә, урындағы халыҡ йола һаҡлап әл-ҡәһел эсә икән... Ай, Аллам!
Фото: om1.ru.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Eskesel-r-anin-vahtasilar-a-arttira-112377/
Читайте нас