Новости
7 Февраль 2020, 08:19

Эльмира тағы бер алым ҡулланып ҡарамаҡсы

Артем Мазовтың атаһы улы менән ейәндәре Ҡаҙағстанда йәшенеп яталыр тип фаразлай. Ир уларҙың иҫәнлегенә ышана. Ә малайҙарҙың әсәһе һәм Артемдың ҡатыны Эльмира ни хәлдә? Бөгөн “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәрселәре уның менән бәйләнешкә сыҡҡан.

– Бер ниндәй яңылыҡ та юҡ. Мин үҙемде ҡулда тотам, нисек тә йәшәргә һәм эшләргә тырышам. Борсолоуығоҙ өсөн рәхмәт, – тигән ул. – Үткән аҙнала тәфтишселәргә шылтыратҡайным. Улар барыһы ла шул килеш, тине.
Эльмира белдереүенсә, әле ғаиләне эҙләү алып барылмай. Тик ул тәфтишселәрҙән тағы бер тапҡыр иренең телефоны ҡайҙалығын тикшереп ҡарауҙы һораған. Биллинг яһап, уларҙың һуңғы тапҡыр ҡайҙа булғанлығын белергә мөмкин тип ышана ҡатын.
– Биллингты ошо көндәрҙә эшләйҙәр. Һөҙөмтә көтәм, – ти ул.
Һүҙ ҙә юҡ, бер нимә лә белмәй йәшәгән ҡатынға бик ауыр. Ғәзиздәре әллә тере, әллә юҡ бит. Шулай ҙа уның артабан йәшәргә, үҙен ҡулда тоторға тырышыуы маҡтауға лайыҡ. Эльмираға сабырлыҡ теләйбеҙ.
Читайте нас