Новости
7 Февраль 2020, 07:44

“Ашҡаҙар” тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн “Ашҡаҙар” радиоһы тапшырыуҙары эфирға сыға башлауға ун йыл тулды. Канал “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы ҡарамағына инә.

“Ашҡаҙар” үҙенең атамаһын йылға исеменән һәм башҡорт халыҡ йырынан алған. Башҡортса тапшырыуҙар алып барған радио эшмәкәрлеге халҡыбыҙҙың мәҙә­ниәтен, әҙәбиәтен, тарихын һаҡ­лауға һәм танытыуға йүнәлтелә. Унда башлыса мәҙәни, танып-белеү программалары тәҡдим ителә. Көн һайын әҙәби әҫәрҙәр, концерттар, спектаклдәр яңғырай. Һәр сәғәт башында эфирға яңылыҡтар сыға.

Яҙыусылар һәм шағирҙар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, артистар, рәссамдар һәм уҡытыусылар бында даими ҡунаҡҡа килә. Гөлсирә Ғиззәтуллина, Марсель Ҡотло­ғәлләмов, Зәки Әлибаев, Рәйес Исмәғилев, Шәүрә Ғилманова кеүек танылған шәхестәр төрлө йылдарҙа тапшырыуҙар алып бара.

“Ашҡаҙар” – милли йыр-моң яратҡандарҙың радиоһы. Эфирҙа халыҡ йырҙары ла, классика ла, ретро-йырҙар ҙа, инструменталь музыка ла, профессиональ эстрада ла яңғырай.

Радионың күп кенә проекттары төрлө конкурстарҙа еңеү яуланы. “Башҡортостан ҡоштары” радиопроекты (авторы Миләүшә Ғәли­ева) “Радиомания-2015” Бөтә Рәсәй конкурсы финалсылары иҫәбенә инде. Әйткәндәй, был абруйлы бәйгенең финалына сыҡҡан баш­ҡорт телендәге тәүге проект булды.

Былтырға тиклем “Ашҡаҙар” ультраҡыҫҡа тулҡындарҙа тап­шы­рыуҙарын алып бара ине. Хәҙер иһә республиканың Бәләбәй, Бөрө, Туймазы, Белорет, Күмер­тау, Сибай ҡалаларында тапшы­рыуҙарҙы ФМ диапазонында тыңларға мөм­кин.

Фото: guzei.com
Читайте нас