Күренеүенсә, быйыл ҡар күп. Был коммуналь хеҙмәттәр эшенә өҫтәмә көсөргәнеш тыуҙыра. Һәм йыш ҡына ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыуҙа ҡалдырып киткән автомобилдәр ҡамасаулай. Әлбиттә, эштәрҙе башҡарыр алдынан тейешле хеҙмәттәр автоһәүәҫкәрҙәрҙән машиналарын алып ҡуйыуҙы һорай. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр быға ҡолаҡ һалмай. Бынан тыш, ҡағиҙә боҙоусылар ҙа күп.
Коммуналь хеҙмәттәргә таҙартыу һәм ҡарҙы сығарыуҙы тиҙләтеү һәм еңеләйтеү өсөн республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә. Сираттағы берҙәм рейд кисә кис үткәрелде. Инспекторҙар экипаждары эштәр башҡарылған урындан йыраҡ китмәй һәм ҡамасаулаған атомобилдәр осраһа, уларҙы алырға ярҙам итә. Парковка ҡағиҙәһен боҙоп ҡуйылған машиналарҙы иһә махсус стоянкаларға алып киткәндәр.
– Коммуналь хеҙмәттәр һәм ЮХХДИ инспекторҙары электән хеҙмәттәшлек итә, – ти Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов. – Беҙ был хеҙмәткәрҙәргә берҙәм эш өсөн рәхмәтлебеҙ, ул бик файҙалы. Уларҙың ярҙамы йыйыштырыу һәм ҡарҙы сығарыу ваҡытын күпкә ҡыҫҡарта.
Дөйөм алғанда, Өфөлә көндөҙ ҡар таҙартыуҙа 260 берәмек техника эшләй, кисен уларҙың һаны 300-гә тиклем етә. Киров районында 70 берәмек техника эшләй. Бында коммуналь һәм торлаҡ ойошмалары техникаһы инә.
Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр! Бөтәбеҙҙең дә таҙа урамдарҙан йөрөгөбөҙ килә. Тик күптәрҙең ҡағиҙәләрҙе үтәмәүе һәм һорауға ҡолаҡ һалмауы арҡаһында коммуналь хеҙмәттәр эшен еренә еткереп башҡара алмай. Иғтибарлыраҡ булайыҡ һәм ҡамасауламайыҡ.