Эш былай булған. Дәүләкән ҡалаһында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре “ГАЗель” автомобилен туҡтатҡан. Фургонға идара иткән ир иҫерек булып сыҡҡан. Асыҡланыуынса, ул йөк машинаһын Әлшәй районының Раевка ауылындағы предприятиеларҙың береһенең гаражынан алып сыҡҡан.
Баҡһаң, бындай хилаф эш беренсе ҡабат ҡына атҡарылмаған икән. Бынан бер аҙна элек ошо уҡ уҙаман Шишмә районында юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолған, ул, шулай уҡ, баяғы предприятиеның автомобилендә, эсеп алған килеш йөрөгән булған. Ике осраҡта ла ирҙең Өфөгә юлланыуы мәғлүм.
Быға тиклем машина ҡыуыусы Раевкалағы эшҡыуарҙа хеҙмәт иткән. Эштән ебәргәндән һуң ул гараж асҡысын алып ҡалған. Өфөгә йомош менән барырға кәрәк булғас, ошо хәл иҫенә төшкән һәм ул оҙаҡ уйлап тормайынса, кеше машинаһында баш ҡаланы урап килергә ниәтләгән. Шулай итеп, тәүге тапҡыр ул Шишмә районына барып еткән. Унда юл инспекторҙары тарафынан тотолғандан һуң, автомобилде штраф туҡталҡаһына оҙатҡандар, иргә ҡаршы административ эш ҡуҙғатҡандар, эшҡыуар иһә машинанһын ҡыуыу тураһында полицияға ғариза яҙған.
Әммә был хәл уҙаман өсөн бер ниндәй ҙә һабаҡ булмаған: бер нисә көндән ул тағы ла элекке эшенә барған һәм икенсе тапҡыр кеше машинаһында Өфөгә юлланған. Икенсе тапҡыр ул Дәүләкәндә тотолған.
Аҡыл ултырмаған иргә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.