Новости
7 Февраль 2020, 07:44

75 билдәһеҙ факт

Бөйөк Ватан һуғышы – асылып бөтөлмәгән үҙе бер ҙур тарих. Респуб­ликабыҙҙың уға бәйле асылып бөтмәгән “аҡ таптары” күп. Ошо айҡанлы “Баш­ҡортостан” теле­радио­компанияһы “75 билдәһеҙ факт. Башҡортостан Рес­публикаһы – һуғыш йылдарында” акцияһын иғлан итте.

Әле акцияны ойоштороусылар тарихи факттарҙы эҙләү һәм асыҡлау буйынса эш башлаған. Мәҫәлән, Шишмә районынан Нәфиға Иманаева махсус тәғәйенләнештәге партизан отряды составында хеҙмәт иткән, халыҡта уны “Сталин спецназы” тип йөрөткәндәр. Нәфиға Иманаева – республикала ошо төрҙәге ғәскәргә ингән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. “Отряд тураһында өҫтәмә белешмәләр кәрәк, бәлки, унда тағы ла яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткәндер”, – ти сараны ойоштороусылар.

“Өфө” тигән яҙыулы “Т-34” танкы ла быға тиклем ҡыйратылған тип иҫәпләнә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ул һаҡланып ҡалған һәм тергеҙелгән, Мәскәү янындағы музейҙа тора. Ойоштороусылар белдереүенсә, әле уның буйынса өҫтәмә мәғлүмәт йыялар.

“75 билдәһеҙ факт. Башҡортостан Респуб­ли­каһы – һуғыш йылдарында” акцияһы 3 февралдән 20 апрелгә тиклем бара. Сарала ҡатнашырға теләгәндәр bash.news сайтында анкета тултырып, әлегә билдәһеҙ булған мәғлү­мәттәр менән уртаҡлаша ала. Эксперт комис­сияһы 4 майға тиклем был факттарҙың тарихи ысынбарлыҡҡа тап килеүен тикшерәсәк һәм иң ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле булған 75 тарихи ваҡиға буйынса исемлек төҙөләсәк. Телевизор ҡараусылар улар хаҡында 9 Майҙа телемарафонда танышасаҡ.
Читайте нас