Новости
6 Февраль 2020, 13:40

Ҡытайҙар яман сирҙән баштарына шлем кейеп һаҡлана

Халыҡ медицинаһы мөғжизәләр тыуҙыра. Бына Ҡытай бар донъяға коронавирус менән янай - ошо уҡ ил халҡы яман сирҙән һаҡланыу сараһы уйлап сығарған. Иң мөһиме - был алым менән сөскөрөү-бышҡырыу, йүткереү аша таралған инфекцияға кәртә ҡуйыла, кешегә тирә-яҡты күҙәтеүгә лә ҡулайлы.

"Ҡытаес"тар коронавирус үтә алмаған шлем уйлап сығарған. Уның конструкцяһы ябай ҙа, ҡатмарлы ла. Тыштан ҡарағанда ул һыу өсөн пластик шешәгә оҡшаған. Ә бына һулар өсөн һауа аҫтан, кейем аша фильтрланып инә, тын өҫтән, шешә муйынына оҡшаған урындан тышҡа сығарыла. Кәрәкһә, өҫтән ҡапҡас менән бороп, шлемды томаларға мөмкин.
Бындай баш кейеме үтә күренмәле итеп эшләнә, бер юлы медицина маскаһы ҡулланыу ҙурыраҡ һөҙөмтә бирә.
Коронавирусҡа ҡаршы башҡорт ҡорото ла үлемесле икәнен онотмағыҙ. Уның Баймаҡ-Әбйәлил-Хәйбулла яҡтарында етештерелгән булыуы шарт.

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/itay-ar-yaman-sir-n-bashtarina-shlem-keyep-a-lana-108631/
Читайте нас