Новости
6 Февраль 2020, 13:10

Машинаңды ситкә ҡуй! Әтү "штрафстоянка" көтә!

Өфө коммуналсыларҙы урамдарҙы ҡарҙан таҙартҡанда ЮХХДИ инспекторҙары менән эшләргә мәжбүр. Ни өсөн тигәндә унда-бында туҡталҡаға ташлап ҡалдырылған автомобилдәр ныҡ ҡамасаулай.

Быйылғы ҡыш күп ҡар яуыуы менән кәрәкте бирә. Баш ҡала коммуналсылары көнө-төнө эшләй. Тик уларға автомобилдәр ҡамасаулай: хужалары "шул урында ҡарҙан таҙартыу үткәрелә" тигән белдереүҙәргә иғтибар итмәй, өҫтәүенә "тимер ат"тарын юл ҡағиҙәләрен боҙоп ҡалдыра.
Ошоно күҙ уңында тотоп, кисә, 5 февралдә Өфө коммуналь хеҙмәте ЮХХДИ менән берлектә эшләне. Ҡар таҙартыуға ҡамасаулаған һәм ҡағиҙә боҙоп ҡалдырылған машиналар штраф туҡталҡаларына оҙатылды.
- Коммуналсылар һәм Өфө ЮХХДИ-һы подразделениеһы күптән үҙ-ара килешеп эшләй, - тип һөйләй баш ҡаланың Киров район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов. - Беҙ уларға бергә эшләгәнгә рәхмәтлебеҙ. Мөнәсәбәт һөҙөмтә бирә, ҡар таҙартыу һәм сығарыу ваҡыты күпкә кәмей.
Уртаса алғанда Өфөлә көндөҙ 260-тан ашыу берәмек техника ҡар сығарыуға йәлеп ителгән, төндә был һан 300-гә тиклем арта. Киров районында 70 тирәһе берәмек КДМ һәм торлаҡ ойошмалары техникаһы эшләй.

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Mashina-di-sitk--uy--t--shtrafstoyanka-k-t-110111/
Читайте нас