Шулай итеп, көнләшеү организмды аҡрынлап өҙлөгөүгә килтерә, иммунитетты ҡаҡшата, мөхәббәтте, үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығара. Күпселек осраҡта айырылышыуҙарға килтерә. Көнләшеүҙе үткәреп ебәреү, уны булдырмау – ҡатмарлы һәм оҙайлы сара. Шулай ҙа нисек көнләшмәҫкә өйрәнергә?
Ҡайһы берәүҙәр был ауыр тойғонан үҙҙәрен алдан ҡурсалай: тормош юлдашы итеп әллә ни күҙгә салынып бармаған, “бер кемгә лә кәрәкмәгән” кешене һайлай. Ләкин был да уны көнләшеү тойғоһонан азат итмәй, сөнки ул икенсе яртыһында үҙенең көсһөҙлөгө сағылышын күрә. Ә кәмһенеү тойғоһо ҙур булған һайын, кешенең көнләшеүе лә шунса көслө.
Көнләшеүҙән иң һәйбәт сара – килеп тыуған хәлде аңларға тырышыу. Шунда уҡ мөнәсәбәт асыҡламағыҙ, уйланмаған эш, һүҙ килеп тыуған хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Тәүҙә үҙегеҙҙең икенсе яртығыҙға “кешенең ғәйебе иҫбатланғанға тиклем, ул ғәйепле түгел” ҡарашын ҡулланығыҙ. Сөнки нигеҙһеҙ көнләшеүҙең хыянатҡа этәреүе лә ихтимал. Һөйгәнегеҙ хыянатҡа һеҙгә (һәм үҙенә лә) ни теләһә, шуны эшләргә хоҡуғы барлығын иҫбатлар өсөн генә лә барырға мөмкин.
Ирегеҙҙән йәки ҡатынығыҙҙан мотлаҡ ғәйебен таныуҙы, ғәфү үтенеүен, үкенеүен талап итмәгеҙ, быны ул асыуынан да эшләргә мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр бер-береһенең үткәненә көнләшә. Был аҡылһыҙлыҡ, сөнки әле ул һеҙҙең менән, тормош юлдашы итеп фәҡәт һеҙҙе һайлаған.
Тормош юлдашыңдың көнсөл икәненә төшөнгәндән һуң уға элекке романдарҙы һөйләмәү хәйерле. Сөнки бындай мәғлүмәт, ғәҙәттә, күңелде яралай һәм киләсәктәге көнләшеүҙәргә нигеҙ һала. Уға үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙҙең ныҡлығына ышаныу мөһим, шуға ла көнләшеүгә сәбәп тыуҙырмағыҙ.
Ҡайһы берәүҙәр еңелсә көнләштереүҙән ҡәнәғәтлек таба. Ләкин, нисек кенә булмаһын, ҡыҙғаныу – ҡурҡыныс тойғо. Көнсөл кеше менән йәшәү – дары мискәһе өҫтөндә шырпы менән уйнау ул. Араларҙы өҙөргә теләмәһәгеҙ, бер ҡасан да алдашмағыҙ. Кешеләр араһында йәшәгәс, һеҙҙең икенсе ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ менән аралашырға тулы хоҡуғығыҙ барлығын әйтегеҙ. Һеҙҙе ҡыҙғаныуҙан ярһығанда, уны наҙлап – һөйөп тынысландырырға тырышмағыҙ - көнсөллөк һеҙҙә һөйөү уята, тип уйлауы бар. Уның бындай холҡон оҡшатмауығыҙҙы әйтегеҙ. Әгәр сәбәпһеҙ көнләшеүен дауам итһә, тимәк, ул психотерапевт ярҙамына мохтаж.
Әлбиттә, һәр кеше төрлөсә көнләшә. Мәҫәлән, йомоҡ һәм үҙ-үҙенә ышанмаған меланхоликтың көнләшеүе нигеҙендә уның үҙ-үҙенә кәмһенеп ҡарауы ята. Ул эстән генә оҙаҡ ваҡыттар янып йөрөгәндән һуң, бер көн килеп, ярһыуын тышҡа сығара. Зыян күреүсе ролендә булыу уға уңайлы, сөнки һеҙ аҡланырға, уны тынысландырырға тырышасаҡһығыҙ.
Үҙ-үҙенә ныҡ ышанған, ҡабатланмаҫ булыуын иҫбатлатыр өсөн ҡыҙғаныу сәхнәләрен уйнаған, яғымлы һүҙ ишеткәс тә, көнләшеүе юҡҡа сыҡҡан партнерығыҙҙың бындай ҡылығына иғтибар итмәгеҙ.
Ул минеке генә, тип тормош юлдашын үҙенең ҡиммәтле әйбереләй һанағандар тормошта хәстәрлекле, ышаныслы булалар, әйбере ситкә киткәнен һиҙһә, шундуҡ ғауға ҡуптаралар. Бындай кешегә үҙеңдең һөйөүеңде, тоғролоғоңдо даими иҫбатлап торорға кәрәк.
Ә хәҙер һәр кем үҙенсә һығымта яһаһын: ысынлап та көнләшеү- ғазапмы, әллә...