Новости
6 Февраль 2020, 13:30

Инорс халҡы бәхетле...

Өфө урамдарында автомобилдәр һәм кешеләр ҡарҙа, ямғырҙа... "йөҙгәндә", Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр яңы объектҡа ҡыуана.

Баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә матур фотолар һәм яҙма ҡуйҙы.
Етәксе бына нимә яҙған:
"В новом бассейне стартовал первый заплыв юных спортсменов Инорса. Теперь ждем от них результаты и новые достижения. Спортивный объект на бульваре Тухвата Янаби нацелен на подготовку профессиональных спортсменов и проведение региональных первенств по плаванию. В ближайшие годы в северной части нашей столицы – Шакше, появится еще один бассейн. Сейчас он на стадии проектирования".
Бик яҡшы! Ә дөйөм алғанда тиҙҙән республиканың һәр район үҙәгендә бассейндар асыласаҡ. Барыһы ла йәш быуындың, ғөмүмән, халыҡтың һаулығын хәстәрләп эшләнә. Спортсылар өсөн дә бик уңайлы.
Фото: vk.com (Өлфәт Мостафиндың шәхси сәхифәһенән).
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Inors-hal-i-b-hetle-109479/
Читайте нас