ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2300 осрағын асыҡлай, 30 водитель эскән килеш руль артына ултырып тотола. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ.
“Архангел районында Өфө - Инйәр - Белорет автоюлының 83-сө километрында 38 йәшлек Ҡырмыҫҡалы районы водителе идара иткән "КамАЗ" йөк машинаһы менән руль артында 41 йәшлек водитель ултырған "Toyota Alphard" автомобиле бәрелешә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдең өс пассажиры – 38 йәшлек ир кеше, 81 һәм 59 йәшлек ике ҡатын-ҡыҙ дауаханаға оҙатыла. Юл ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара”, - тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре, һауа торошоноң насарайыуы сәбәпле, юлдарҙа айырыуса иғтибарлы булырға, киҫкен ихтыяж булмаған осраҡта бөтөнләй юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Ә баш ҡалала юл хәрәкәте ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында водителдәрҙең документтарын, транспорт саралары торошон тикшереү буйынса массалы рейдтар башланыуы тураһында хәбәр итәләр ведомствонан.