Новости
6 Февраль 2020, 13:40

Баланы “Авито”ға һатыуға ҡуйғандар

Силәбе өлкәһендә бер ҡыҙҙы һатыу тураһындағы иғланды “Авито” сайтына ҡуйғандар. Уны өйгә тиклем алып килеп биреү мөмкинлеге булыуын да белдергәндәр.

Иғлан 2 февралдә баҫылып сыҡҡан, тип яҙа cheltv.ru. Маша исемле ҡыҙҙың хаҡын 5 мең һумдан билдәләгәндәр. Иғлан сайттың “Өй һәм баҡса өсөн” категорияһының “Һауыт-һаба” тигән бүлегендә урынлаштырылған. Баланы һатыуға Вячеслав И. исемле берәү ҡуйған. Иғлан сайттан тиҙ генә алып ташланһа ла, был факт буйынса әле тикшереү эштәре башланған.
Фото: cheltv.ru.
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Balani--Avito-a-atiu-a-uy-andar-110384/
Читайте нас