БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, бәлә килгәндә, 42 йәшлек хужабикә өйҙә булмай, ул Өфөгә дауаланырға киткән. Уның 11 һәм 13 йәшлек улдары ла Өфөлә Бәлиғ булмағандарҙы ваҡытлыса тотоу үҙәгендә була.
Ә бына янғын мәлендә өйҙә -35 йәшлек ире, уның 6, 8, 15 йәшлек улдары була. Уларҙан тыш тағы ҡунаҡтар ҙа килгән: ирҙең 67 йәшлек әсәһе, 33 йәшлек һеңлеһе 7 йәшлек ҡыҙы һәм 10 йәшлек улы менән, һәм 38 йәшлек ир туғаны 46 йәшлек таныш ҡатынын эйәртеп килгән була. Ололар кәйеф-сафа ҡорған, балалар был ваҡытта уйнаған. Күпмелр ваҡыт үтҡәс, хужа ир йоҡларға инеп китә. Был ваҡытта инде соланда янғын башлана.
Бәләне күреп, ярҙамға күршеләре килә. Шулай уҡ янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ла эшләп китә. Уны был ғаиләгә, күп балалы булараҡ, бушлай ҡуйғандар икән. Хужа ирҙең әсәһе улын уятып, балаларҙы ла, ололарҙы ла тышҡа сығарып өлгөрә. Бәхеткә, 10 кешенең береһе лә зыян күрмәй, оло фажиғәнән ҡотолоп ҡалалар. Ут өс янғын һүндереү машинаһы, һигеҙ ҡотҡарыусы һәм урындағы кешеләр ярҙамында һүндерелгән.
Әлеге мәлдә балалар социаль приютта.
Асыҡланыуынса, янғын балаларҙың шырпы менән уйнауынан сыҡҡан. Янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында балаларға ут менән уйнарға ярамай икәнен даими аңлатып, киҫәтеп тороу, ә өлкәндәргә уяулыҡты юғалтмау фарыз. Шулай уҡ йортта янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы булыуы ла оло фажиғәләрҙән һаҡлай.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.