Минең яҙмам беренсе сиратта әҙәби телебеҙ тураһында. Ғәмәлдә заман алға барған һайын, телдәр ҙә үҫешә, байый, тормошҡа яраҡлаша бара.
Башҡорт әҙәби телен ҡабул иткәндән һуң илебеҙ тормошонда ғәйәт ҙур алға китештәр булды һәм әле лә бара, күҙәтеп кенә өлгөр.
Һуңғы йылдарҙа телсе ғалимдарыбыҙ, әҙәби телебеҙгә бер аҙ үҙгәрештәр индерергә кәрәклеген раҫлап, гәзитебеҙҙә күләмле генә мәҡәләләр баҫтырҙы. Уларҙы уҡып, абруйлы ғалимдарыбыҙ яҙғас, ниһайәт, боҙ ҡуҙғалыр тип өмөт иттек. Мәҫәлән, “Башҡортостан”дың 2013 йылдың 11 июнь һанында БДПУ профессоры Әхмәр Аҙнабаевтың “Ҡанға һеңгәнде үҙгәртеп була” тигән мәҡәләһен уҡып һөйөнгәйнек, күп тә үтмәне, Сибайҙан берәү “улай тотош бер быуынды наҙан ҡалдырасаҡбыҙ” тип яҙып сыҡты. “Наҙан ҡалдырыу”ҙың бер юлын да, сәбәбен дә үҙе күрһәтмәгән. Ә күпме зыялыларыбыҙ, төрлө сәбәп менән башҡортса бөтөнләй уҡый алмаһалар ҙа (Ғ. Шафиҡов, Ә. Хәкимов), бер ҙә наҙан ҡалмаған.
Академик З. Нурғәлиндең 2017 йылдың 1 сентябрендә, 2018 йылдың 8 июнендә “Башҡортостан”да баҫылған телебеҙ яҙмышына ҡағылған фәнни хеҙмәттәрендә яҙылғандар тормошҡа ашырылһа, халҡыбыҙ, телебеҙ файҙаһына ғына булыр ине лә.
З. Нурғәлин 2018 йылдың 8 июнендә баҫылған мәҡәләһендә “Әҙәби телебеҙҙе хәҙерҙән үк төҙәтмәһәк, киләсәк быуын барыбер үҙгәртәсәк” тигән. Ә хәҙерге быуын киләсәккә төҙәтеп, матурлап, нормаль хәлгә еткереп ҡалдырһа, бигерәк һәйбәт була түгелме? Юғары уҡыу йорттарынан алып, дөйөм белем биреү мәктәптәрендә (башланғыс кластарҙан алып) ошоға ныҡ иғтибар бирелһә ине.
Гәзиттәге мәҡәләләрҙә милләтебеҙ, телебеҙ өсөн борсолоуҙар ҙа, бәләкәй генә уңыштары өсөн саф күңелдән шатланыу ҙа сағыла. Шуның өсөн хатымды редакцияға ебәрергә булдым. Гөлсирә Ғиззәтуллина туған телебеҙ темаһына үткер генә мәҡәләләрен күп яҙҙы. Ул замандағы мәғариф министры Гарданов “әгәр әҙәби телебеҙҙе нормаль хәлгә килтереп, көнбайыш башҡорттары ла ҡабул итһә, башҡорттар һаны кәм тигәндә 30 процентҡа артыр ине” тип яҙғаны әле лә хәтерҙә.
Әгәр “дар-дәр, тар-тәр, ҙар-ҙәр” кеүек ҡолаҡ ярғыс ялғауҙарҙан ҡотолһаҡ, көнбайыш башҡорттары ла ҡаршы килмәҫ ине. Ә өс кенә хәрефкә (м, н, ң) тамамланған һүҙҙәргә “нар-нәр” ялғауы ҡушҡанда, барлыҡ милләттәштәребеҙҙең дә ябай һөйләү теленә яҡынайыр ине (урман-нар, дәдән-нәр, байрам-нар, ҡәләм-нәр, таң-нар һәм башҡалар). Ҡалғандарына лар-ләр.
Ризаитдин Фәхретдинов “Уфа” һүҙенең сығышын “уба” (тау, ҡалҡыулыҡ) һүҙенән тип аңлата.
Ғафури районы,
Һабай ауылы.
Фото: "Башинформ" МА