Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Февраль 2020, 12:55
Светофорһыҙ булмай...
Өфө ҡалаһының Мушников урамы, 27 адресы буйынса юлға төймәле светофор ҡуйыуҙы һорап, республика башлығы сәхифәһенә көн дә тиерлек яҙҙылар.
Был юл аша йөрөүе йәйәүлеләр өсөн үтә хәүефле, тип саң ҡаға торғас, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды.
«Авиатор» туҡталҡаһы тирәһендә 1 мартҡа тиклем «Йәйәүлеләр үткәүеле» билдәһе ҡуйыласаҡ.
Бынан тыш, Мушников урамының дауамы ла төҙөләсәк һәм шул юлдың проектына ярашлы, Сельская Богородская менән Георгий Мушников урамдары сатында светофор ҙа ҡуйыласаҡ. Эштәр йыл аҙағына тиклем атҡарыласаҡ.
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Svetofor-i-bulmay-107847/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"