“Боролош яһағанда һауа судноһының уң яҡ шасси стойкаһы осо менән һыҙаттан сыға. Был ваҡытта бортта алты экипаж ағзаһы һәм 183 пассажир була, бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәй. Самолет аэропорт хеҙмәттәре көсө менән туҡталышҡа буксирлана, пассажирҙар менән авиакомпания хеҙмәткәрҙәре эшләй”, - тип хәбәр итәләр ”Өфө” аэропорты матбуғат хеҙмәтенән.
Тәүҙә бер нисә сәғәткә һуңлап булһа ла башҡарыласаҡ тип вәғәҙәләнгән рейс, техник сәбәптәр арҡаһында, иртәгәһе көнгә күсерелә.