Уларҙың был шатлыҡтарын билдәле эстрада йырсылары Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимов та уртаҡлашты. Йырсылар Нәбиевтарҙың өйҙәренә барып, матур тәбрикләү һүҙҙәре еткеркәндәр. Уларҙың килеүе көтөлмәгән хәл булған, әлбиттә.
«Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин шаҡ ҡаттым һәм үҙ күҙҙәремә ышанманым. Был шул тиклем көтөлмәгән хәл ине, хатта бер нисә секундҡа юғалып та ҡалдым», ти Рөстәм Нәбиев һәм, ваҡыт табып, уның ғаиләһен һөйөндөргәндәре өсөн Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимовҡа ҙур рәхмәтен белдерә.
«Һеҙ хатта күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ, һеҙ киткәс, беҙ шатлыҡтан һикерҙек. Популярлығығыҙ һәм юғары статусығыҙға ҡарамаҫтан, шулай ябай һәм кешелекле булыуығыҙ мине ғәжәпләндерҙе. Быны аңлау бик мөһим ине», ти ғаилә башлығы.