Новости
5 Февраль 2020, 05:00

Мәғарифты үҫтереү институтында – яңы етәксе

Мәғарифты үҫтереү институтына яңы етәксе тәғәйенләнде. Уның менән коллективты мәғариф министры Айбулат Хажин таныштырҙы.

Мәғарифты үҫтереү институты ректоры вазифаһын Азат Йәнгиров башҡарасаҡ. Ул үҙенең сығышында эште ойоштороуҙағы төп йүнәлештәр тураһында һөйләне.
Азат Йәнгиров Свердловск ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын бик яҡшы тамамлап, аспирантураға уҡырға инә. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 2009 йылда Һамар дәүләт иҡтисад университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2018 йылда Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры итеп тәғәйенләнә. Яңы етәксегә уңыштар теләйбеҙ.
Фото: Isi-rb.ru.
Читайте нас