Новости
5 Февраль 2020, 05:00

Кемдәргә тәҡдим ителә?

Груша бик файҙалы. Әммә уның зыяны ла бар, тиҙәр. Белеп ашайыҡ, сәләмәт булайыҡ!

Файҙаһы

Груша эсәклек эшмәкәрлеген яҡшырта, эсте йомшартырға ярҙам итә, ҡандағы холестерин күләмен кәметә. Был емештә калий күп, ул иһә йөрәк өсөн файҙалы. Һейҙек юлдары, бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн дә груша ашарға ҡушалар. Соствында сорбит күп булыу арҡаһында, уны шәкәр диабеты менән сирле кешеләргә лә тәҡдим итәләр.

Зыяны

Грушаның күбеһе хәҙер беҙгә ситтән килтерелә. Эсте ауырттырыу, диареяға килтереү ихтималлығын ошо сәбәпкә бәйләйҙәр. Шулай уҡ ашҡаҙан аҫты биҙе сире булған кешеләргә был емеште самаһын белеп ашарға кәңәш ителә.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас