Новости
5 Февраль 2020, 06:00

Кәңәшмә урынына... ҡар көрәргә

Кисә Өфө ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре мэр Өлфәт Мостафин етәкселегендә кәңәшмә үткәреү урынына ҡар көрәргә сыҡты. 3 февралдән 4 февраль төнөнә тиклем ҡала биләмәләрен ҡарҙан таҙартыуҙа 305 берәмек техника, 77 хеҙмәткәр ҡатнашҡан.

Полигондарға 28 мең кубометрҙан ашыу ҡар сығарылған. Һауа температураһы йылынғанға күрә хеҙмәткәрҙәргә йылдамыраҡ эшләргә, юлдарҙы боҙға ҡаршы материалдар менән эшкәртергә тура килә. Улар тәүлегенә 494,6 тонна күләмендә файҙаланылған.
Бөгөн иртә менән йорт яны биләмәләрен таҙартыуға 164 техника сыҡҡан, өҫтәүенә торлаҡ предприятиеларының 2473 хеҙмәткәре ярҙамға килгән.
Фото:”Башинформ” Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/K--shm-urinina---ar-k-r-rg-106968/
Читайте нас