Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында 10 көндә госпиталь төҙөп ултыртҡандар. Кәрәк булған һәм төҙөгәндәр ҙә. Яңы медицина учреждениеһы коронавирус йоҡтороусы сирлеләрҙе дауалауға тәғәйенләнгән. Бина 25 мең квадрат метр майҙанды биләй һәм мең пациентҡа иҫәпләнгән. Дауаханаға 1,4 мең хәрби табип эшкә йүнәлтелә. Икенсе дауахананы иртәгә әҙер була, тигәндәр. Уныһы 15 көн төҙөлә һәм беренсеһенән ҙурыраҡ, 1300 урынлыҡ.
Ике объект та 2003 йылда атипик пневманиянан дауалау өсөн Пекинда һалынған госпиталь моделе буйынса әҙерләнгән. Тиҙлек буйынса ҡытайҙарға етеүсе юҡ.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Hatta-forumdi-tk-re--n-vaz-kisep-tor-o-107779/