Новости
5 Февраль 2020, 05:10

Гүзәл Уразова: “Ысын!”

Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Уразованы Башҡортостанда ла, Татарстанда ла берҙәй яраталар, үҙ итәләр, һәр концертын көтөп алалар. Шулай булырлыҡ та: Гүзәлдең моңло тауышын бер кемдеке менән дә бутарлыҡ түгел, тамашалары ла һәр саҡ юғары кимәлдә үтә. Унан тыш, йырсы тормош иптәше Илдар Хәкимов менән өлгөлө ғаилә ҡороуы, өс балаға ғүмер биреп, уларҙы матур итеп тәрбиәләүҙәре менән дә билдәле.

Тиҙҙән Гүзәл Уразова тағы ла Башҡортостанға киләсәк, ул тамашасыларына бығаса күрелмәгән ҙур, сағыу тамаша вәғәҙә итә. Ошо айҡанлы сәхнә оҫтаһын республиканың юлдаш телевидениеһына “Сәләм” тапшырыуына саҡырғандар. Алып барыусылар менән әңгәмәләшкән ваҡытта Гүзәл уның ижадына табыныусылар ебәргән һорауҙарға ла яуап биргән. Улар араһында ошондайы ла яңғыраған: “Һине Пермь башҡорто тип әйтәләр, был ысынмы?” Был һорауға Гүзәл: “Ысын”, -тип яуаплаған.
Мәғлүм булыуынса, моңло тауышлы йырсы Пермь өлкәһенең Барҙа ауылында тыуып үҫкән. Тарихтан мәғлүм булыуынса, ул 1740 йылда башҡорттар тарафынан нигеҙ һалынған, бында әле лә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәй.
Фото геройҙың шәхси сәхифәһенән, видео социаль селтәрҙән алынды.
Читайте нас