Беҙҙәге февралдә уртаса һауа температураһының -13,3 градус тәшкил итеүе норма һанала, әммә быйыл ул 1,5-2 градусҡа йылы буласаҡ, ти белгестәр. Яуым-төшөм миҡдары йылдағынан әллә ни айырылмаясаҡ, тик республиканың көньяҡ өлөшөндә ҡар күпкә аҙыраҡ яуасаҡ.
Бөгөн, 1 февралдә, Башҡортостан биләмәһендә һәм Өфөлә көндөң болотло булыуы, урыны менән ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ һәм ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, талғын, төндә көсәйеүсән. Һауа температураһы республикала төндә -4, -9, урыны менән -13 градусҡа тиклем, көндөҙ -3, -8, Өфөлә төндә -5, -7, көндөҙ -4, -6 градус һалҡын буласаҡ. Алдағы ике көндә республика төбәктәрендә ҡар яуыуы көтөлә, юлдарҙа - боҙлауыҡ.