Новости
5 Февраль 2020, 12:10

Бурыс күләме – 12 миллион һум!

Ойошма хеҙмәткәрҙәре эш хаҡын ала алмағас, Өфө прокуратураһына мөрәжәғәт иткән.

“Метако” төҙөлөш тресы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре 2018 йылдың ғинуарынан алып декабргә тиклем эш хаҡы алмаған. Һөҙөмтәлә етәкселек 96 кешегә 12 миллион һум күләмендәге хеҙмәт хаҡын түләмәгән. Ә был – Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексы талаптарын боҙоу, тигән һүҙ.
Фирма етәкселегенә ҡарата енәйәт эше асылған. Директор үҙенең ғәйебен таныған. Тиҙҙән енәйәт эше судҡа ебәреләсәк, тип хәбәр итә республика Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
Фото: kam24.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Buris-k-l-me--12-million-um-107953/
  • Читайте нас