Әмир ағайға нисек был хәлдән сығыу юлын, йәғни балаларынан нисек айырылмаҫҡа икәнен, әлбиттә, шәхсән аңлаттым. Әммә “Бәйләнештә” селтәрендә миңә бирелгән шундай һорауҙарҙың күп булыуы халыҡтың ҡанундарҙы белмәүен йәки уларҙы бөтөнләй аңламауын күрһәтте. Опекаға (ҡурсалауға) биреү – ул етем йә иһә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ваҡытлыса башҡа ғаиләгә урынлаштырыу процедураһы. Опекундарға танытма бирелә, дәүләт тарафынан түләү ҙә ҡаралған. Ғаилә кемдең генә балаһын алһа ла, килешеү төҙөп, ваҡытлыса ала. Күберәген ата-әсәләр үҙҙәренең ейән-ейәнсәрҙәрен көтә. Тормошта төрлө хәл булып ҡына тора – йә балалар етем ҡала, йә иһә ҡарауһыҙ ҡалыуы бар. Ошо ике айырманы ла аңлатып үтеү зарурҙыр. Етем (сирота) – атаһы һәм әсәһе үлгән бала. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған (оставшийся без попечения родителей) – атаһы йә иһә әсәһе тере булып та, уларһыҙ (эскелеккә бирелгән, төрмәгә эләккән, психик ауырыу, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр һ.б) ҡалған бала. Ундай балаларҙы йәмғиәттә, социаль етемдәр, тип тә әйтәләр. Һәм, ошо юҫыҡта эшләгән кеше булараҡ, шуны әйтә алам: проблемалар күберәген тап икенсе варианттағы балаларға ҡағыла. Йәғни опекаға алынған балаларҙың атаһы йәки әсәһе айнығып китә лә бер нисә йыл күрмәгән балаларын даулай башлай. Кемдер төрмәнән ҡайтып үҙ хоҡуҡтарын тергеҙә. Был, бер яҡтан уйлаһаң, яҡшы күренеш. Ниндәй генә булһа ла, балаға һәр ваҡыт үҙ атаһы һәм әсәһе ҡәҙерле. Шулай уҡ опека органдары “баланы үҙ ғаиләһенә кире ҡайтарыу” тигән эштәрҙе атҡара, һәм был орган эшендә ҙур ғына плюсҡа тиң. Закон да биологик атай һәм әсәйҙең хоҡуғын беренсе урынға ҡуя.
Алдан уҡ әйтеп үткәйнем: опека килешеү нигеҙендә ваҡытлыса атҡарыла. Шуға күрә, баланы бирмәйбеҙ, беҙ уны ҙурайттыҡ, үҫтерҙек, уҡыттыҡ тигән дәғүәләр урынһыҙ. Бала уйынсыҡ түгел, уның тормошо тик опека хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡанунға ярашлы ғына атҡарыла. Әлбиттә, ҡайһы бер опекундар суд аша тәрбиәләнеүселәрен уллыҡҡа йә иһә ҡыҙлыҡҡа алып өлгөрә. Тик ошо ваҡытта ғына биологик атай менән әсәйҙең балаға булған хоҡуҡтары бөтөнләйгә юғала. Ҡанун, хатта был осраҡта ла, уларҙы алимент түләргә бурыслы итә. Дөрөҫ аңлағыҙ: суд атаһын йә әсәһен балаларға булған хоҡуҡтан мәхрүм итеү, балаларҙың үҙ ата-әсәһенә булған хоҡуғын алмай. Йәғни, әгәр ҙә мәхрүм ителгән ата-әсәнең ниндәйҙер мираҫы, милке ҡала икән, бала быға дәғүә итә ала.
Был эштә закондар күп, улар үҙгәреп тора. Һорауҙарығыҙ булһа, яҙығыҙ, ярҙам итергә тырышырмын.