Новости
5 Февраль 2020, 12:00

Һауа торошо - 5-7 февраль

5 февраль - республика буйынса көн болотло буласаҡ, ямғыр ҡатыш ҡар яуасаҡ, республиканың көньяғында көслө епшек ҡар яуыуы көтөлә. Электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешәсәк.

Водителдәргә боҙлауыҡ, көрттәр янай, юлдарҙа күреү мөмкинлеге лә ныҡ кәмей.
Елдең тиҙлеге 9-14 м/с, урыны менән 18 м/с.
Һауа температураһы төндә 0,-5°, көньяҡ-көнсығыш буйынса - -10°, көндөҙ +2,-3°.
6 һәм 7 февраль - болотло көн эсте бошорасаҡ, епшек ҡар һәм ҡарлы ямғыр яуып ҡаңғыртасаҡ, юлдарҙағы боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары водителдәр өсөн хәүеф тыуҙырасаҡ.
Елдең тиҙлеге 9-14 м/с.
Һауа температураһы: 6 февраль төндә -7,-12°, аяҙ мәлдә -17°, көндөҙ -4,-9°;
7 февраль - республиканың төньяғында төндә -12,-17°, көндөҙ -5,-10°, Башҡортостандың көньяғында төндә -3,-8°, көндөҙ 0,-5°.
Фото: Ә.Ғәзизова.
Читайте нас