Новости
5 Февраль 2020, 06:00

Атайҙы алмаштыра алмаһа ла...

Был фажиғә 2017 йылдың октябрендә була. Төҙөлөштә иретеп йәбештереүсе булып эшләгән ирҙең өҫтөнә бетон төшә, уны дауаханаға оҙаталар.

Үкенескә ҡаршы, ауыр йәрәхәттәрҙән мандый алмай ир биш айҙан һуң күҙҙәрен мәңгелеккә йома.
Күренеүенсә, фажиғәнең сәбәбе – хеҙмәт урынында кеше хәүефһеҙлеге өсөн тейешле шарттар булмауҙа. Әммә ир эшләгән компания етәкселеге быны танымай һәм мәрхүмдең ғаиләһенә компенсация түләргә ашыҡмай. Ахырҙа улар ярҙам һорап прокуратураға мөрәжәғәт итә.
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ленин районы суды йәмғиәттән ғаиләгә бер миллион 600 һум күләмендә компенсация түләтеү хаҡында ҡарар сығарҙы. Дөрөҫ, аҡса балаларға атайҙы, туғандарына яҡынын алмаштыра алмаһа ла, ғаиләгә бер аҙ ярҙам булыр.
Фото: versiya.info
Читайте нас