Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
4 Февраль 2020, 07:36
Юл фажиғәләре - 2 февраль
Кисәге республика юлдарында ике автоавария теркәлгән, ике кеше йәрәхәтләнгән.
Төндә Өфөлә, А.Королев урамында, 52 йәшлек ир "Renault Duster" машинаһында Ю.Гагарин урамына боролғанда, светофорға туҡтаған "Daewoo Gentra" машинаһына барып бәрелгән.
Бәрелеүҙән "Daewoo Gentra" артта торған "Mercedes Е240" автомобиленә һуғылған.
Аварияла "Daewoo"ның 33 йәшлек водителе йәрәхәттәр алған.
"Renault" водителе эсеп алғанға оҡшағас, уға медицина тикшереүен үтергә тәҡдим иткәндәр, әммә ир уны үтеүҙән баш тартҡан. Был водителгә РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.26 ст. 1-се бүлеге буйынса административ протокол төҙөгәндәр. Хәҙер иргә 30 мең һумлыҡ административ штраф янай, бынан тыш уны "права"һынан 1,5-2 йылға тиклем мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Тәүлек эсендә 49 иҫерек водитель тотолған.
Фото: Д.З.Ғилметдинов.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-2-fevral-105933/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"