Новости
3 Февраль 2020, 19:45

Юғалған малай табылған!

Салауатта юғалған Ильяс И. исемле малайҙы эҙләүҙе туҡтатҡандар. Бәхеткә ҡаршы, ул иҫән-һау. Был хаҡта Ufa Time баҫмаһына уның туғандары хәбәр иткән.

Алдан яҙыуыбыҙса, малай, барыһын да хафаға һалып, шәмбелә юғала. Ул көнө буйы өйгә ҡайтмай. Ҡурҡыуға ҡалған ата-әсә полицияға мөрәжәғәт итә, шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша ла эҙләй башлай. Икенсе көндө генә бала табылған һәм иң мөһиме - иҫән-һау. Яҡындары хәбәр итеүенсә, әле ул өйҙә һәм уның менән барыһы ла яҡшы.
Был ваҡиғаның яҡшы тамамланыуы ҡыуаныслы. Ата-әсәнең был арауыҡта ни кисергәнен аңлап тораһығыҙҙыр... Шуға күрә балаларыбыҙға иғтибарлыраҡ булып, күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышыу хәйерлерәктер.
Фото: Ufa Taime.ru
Миләүшә Сайтакова
  • Читайте нас