"Теге өсәү" тапшырыуы эш көндәрендә иртәнге сәғәт етенән унға тиклем тура эфирға сыға, заман менән бергә атлай, уны алып барыусы өс егет тыңлаусыларҙы ҡыҙыҡһындырған көнүҙәк мәсьәләләрҙән ситтә ҡалмай, уртаға һалып һөйләшә, фекерҙәр йыя, уйната, уйлата. Быйыл республикала һәм илдә ҙур ваҡиғалар көтөлә. Шуларҙың иң мәртәбәлеһе – Еңеүҙең 75 йыллығы. Яңы йылдан һуң Филүс, Йәмил һәм Ғәзиз тыңлаусылар менән бергә тулыландыра торған яңы, йөкмәткеле сәхифә асты. "Яуҙа яралған мөхәббәт" рубрикаһы – ул дәһшәтле һуғыш һәм сикһеҙ көслө һөйөү тураһындағы халыҡсан тарихтарҙы республикаға яңғыратыуға нигеҙләнгән проект. Тыңлаусылар "Юлдаш" радиоһының "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге рәсми төркөмөнә инеп, унда ғаиләләрендә, күрше-күләндә, нәҫел-нәсәбәлә, ауылдарында, райондарында булған тарихтарҙы ҡалдыра ала. Ул тарихтар – һуғыш яландарында, фронтта, тылда, госпиталдәрҙә яралып, йәндәрҙе йомшартҡан, еңеүҙәргә килтергән мөхәббәт тураһында. Кесе йома һайын "Теге өсәү" тапшырыуының тура эфирында ошо шәлкемдән бер тарих мөхәррирләнеп уҡыла.
Һуғышҡа йөрәктәр аша ҡараш ташлатыр тарихтарҙы бергә барлайыҡ, дуҫтар! Донъяның ҡасан да, ҡайҙа ла мөхәббәткә таяныуын, ҡот-осҡос яу ваҡытында ла әҙәм йөрәктәрендә тойғоларға урын ҡалғанлығын иҫбатлайыҡ. «Юлдаш» радиоһының "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә "Яуҙа яралған мөхәббәт" сәхифәһендә һуғыш бәйләгән йәки айырған яҙмыштар тураһында бәйәндәр көтәбеҙ. Редакцияға хаттар яҙырға мөмкин. Адресыбыҙ: Өфө, Ғафури урамы, 9/1, “Юлдаш” радиоһы.