Новости
4 Февраль 2020, 08:37

Йәшәгең килһә, юғалып ҡалма!

... Авариянан ҡасып булмаҫын аңланығыҙ. Машиналар бына-бына бәрелешә... Ошо саҡта ла үҙеңде ҡулға алып, иҫән ҡалыр өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары был осраҡта ни эшләү мөмкинлеге тураһында кәңәштәр бирә.

Шулай итеп, ҡаршы килгән автомобиль менән бәрелеш яҡынлашҡандан-яҡын­лаша. Был осраҡта, иң мөһиме, машинаға бәрелмәҫкә. Юл сите, соҡор, кәртә, хатта ағас та өҫтөнлөклөрәк. Ни өсөн тигәндә, ҡаршы килгән автомобиль дә ҙур тиҙлек менән “оса”, һеҙ ҙә. Шул уҡ ваҡытта хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: тик торған нәмәгә барып бәрелгән саҡта, һул йәки уң яҡҡа ҡарағанда, бампер менән төкөлөү “отошлораҡ”.

Ҡотҡарыусылар ауыр юл ваҡиғаһында ығы-зығыға бирелмәҫкә, мөмкин тиклем тыныс ҡалырға кәңәш бирә. Был һуңғы мәлгә тиклем автомобилгә идара итеүҙе юғалтмаҫ өсөн кәрәк.

Ҡаршылыҡҡа бәрелгән саҡта бөтә мускулдарҙы ла ҡатырырға һәм машина тулыһынса туҡтағансы көсөргәнеште һаҡлап ҡалырға кәрәк. Шулай уҡ арҡаны тулыһынса ултырғысҡа, ә ҡулдарҙы рулгә терәргә кәрәк. Әгәр автомобилдең тиҙлеге сәғәтенә 60 километрҙан юғарыраҡ, ә һеҙ хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермә­гәнһегеҙ икән, ныҡ итеп күкрәк менән рулгә ятығыҙ.

Артта ултырған пассажирҙарға иҙәнгә йығылырға кәңәш ителә. Янығыҙҙа бала бар икән, уны үҙегеҙ менән ҡаплағыҙ. Бәрелештән һуң тиҙ арала машина янмаймы һәм берәй ерҙән бензин ағып тормаймы икәнлеген билдәләгеҙ. Айырыуса ауған саҡта ҡарап, тикшереп сығыу мөһим.

Әгәр машинаның ишеген асып булмай икән, тәҙрә аша сығығыҙ. Тәүҙә уны асып ҡарағыҙ, асылмаһа, берәй ауыр әйбер табып, тәҙрәне ватығыҙ. Автомобиль яна икән, мөмкин тиклем тиҙерәк сығырға һәм башҡаларға ярҙам итергә кәрәк. Сыҡҡас та, йырағыраҡ араға китергә кәрәк, машинаның шартлауы ихтимал.

Тағы бер тапҡыр шуға баҫым яһайбыҙ: авариянан ҡасып булмай икән, һалҡын ҡанлылыҡты һаҡлағыҙ. Айыҡ баш менән генә уның эҙемтәләрен мөмкин тиклем еңеләйтергә була.

Ә иң яҡшыһы, был кәңәштәр һеҙгә бер ҡасан да кәрәкмәһен! Юлдарыбыҙ имен булһын!
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.https://bash.rbsmi.ru/articles/t-g-rm-s/y-sh-ge-kil-yu-alyp-alma/
Читайте нас