Новости
4 Февраль 2020, 09:07

Снюс бармы? Юҡ!

Снюс. Һуңғы ваҡытта был һүҙ бик популярға әйләнеп китте. Ошоға тиклем иғтибар ҙа итмәгәнбеҙ, ә ул ирекле рәүештә республиканың ҡала һәм райондарындағы эреле-ваҡлы сауҙа үҙәктәрендә, төрлө кибеттәрҙә һәм киосктарҙа һатылған икән. Һатылыу ғына түгел, уны һәр теләгән бала һәм үҫмер ҡуллана алған.

Былтырғы йыл аҙағында республикала ике бала ағыуланып, реанима­цияға барып еткәндән һуң ғына проблемаға иғтибар ителде. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тиклем барып етте. Төбәк етәксеһе бер тәүлек эсендә был ағыуҙы сауҙа кәштәләренән алырға ҡушты.

Нимә һуң ул снюс? Ғәмәлдә ул – махсус бәләкәй ҡапсыҡтарҙа ваҡлап һатылған тәмәке. Уны тәмәке тартыуға, имеш, “хәүефһеҙерәк” алмаш булараҡ етештерәләр. 2015 йылдан улар тыйылған, әммә былтыр был ағыу йәнә популярлыҡ яулаған һәм яңы төр булып сығарыла башлаған. Хәҙер улар шыйыҡ никотинлы кәнфит булараҡ һатыла. Элек уны махсуслаштырылған тәмәке кибеттәрендә генә табып булһа, бөгөн теләһә ниндәй аҙыҡ-түлек магазинынан һатып алырға мөмкин. Шуныһын да белегеҙ: снюста никотин ғәҙәти тәмәкенән 15-20 тапҡырға күберәк.

Был мәсьәлә бар йәмғиәтте борсоуға һалды. Айырыуса бәләкәй һәм үҫмер балалары булған ата-әсә ҡурҡыуға төштө. Дүрт йәштән ун йәшкә тиклемге өс малай тәрбиәләгән танышым шундай һүҙҙәр әйткәйне:

“Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала балаларҙың снюс менән ағыуланғанын ишеткәс, хафаға ҡалдыҡ. Айырыуса мәктәпкә үҙаллы барып, ҡайтҡан өлкән малай өсөн, шуға күрә өйҙә өсөһөн дә теҙеп ултырттыҡ та был турала һөйләргә, киҫәтергә булдыҡ. “Магазинда бик ҡурҡыныс, ағыулы тәмәкеле кәнфиттәр һатыла икән, алып ашап ҡуймағыҙ, башығыҙ эшләмәйәсәк”, – тинек атаһы менән. Беләһегеҙме ниндәй реакцияға тап булдыҡ? Ҙуры ғына түгел, дүрт йәшлек бәләкәсенә тиклем снюс тигән нәмә менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. “Әсәй, мин ашамайым, тик күрһәтегеҙ әле, ниндәй була ул? Тәмлеме икән ул кәнфит?” – тип һорауҙарға батырҙы. Тыябыҙ тип, киреһенсә, ҡыҙыҡһы­ныуҙарын арттыр­ҙыҡ ҡына буғай. Нисек был афәттән ҡотолорға?”

Ысынлап та, ҡурҡыныс хәл. Проб­леманы хәл итеүгә мәктәптәр ҙә ҡушылды. Йәнә бер танышымдың беренсе класта уҡыған ҡыҙы әсәһенә мәктәптә “ошо ҡурҡыныс һағыҙҙар” тураһында һөйләүен әйткән. Бәлки, уларға уҡытыусылары мәғлүмәтте дөрөҫ еткергәндер, әммә балала ҡыҙыҡһыныу түгел, ҡурҡыу, тәмләп ҡарамау теләге ҡалған.

Эйе, белем биреү учреждениелары тырыша, балаларҙы был афәттән яҡлау юлдарын эҙләй. Ә магазиндарҙа һатыу менән эш нисек ойошторолған. Магазиндың төп эше – сауҙа итеү, ә бала ағыуланамы, үләме, уларҙы артыҡ ҡайғыртмай кеүек. Бөгөн дә уны тыныс ҡына барып һатып алып буламы икән? Был йәһәттән республиканың күп кенә йәмәғәт ойошмалары күтәрелеп сыҡты. Башланғыстар, әлбиттә, изге ине: магазиндарҙан уларҙы алып ташларға.

Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проекты әүҙемселәре былтыр йыл аҙағында уҡ Өфөнөң сауҙа-күңел асыу үҙәктәренә сығып, снюс һатылыуын тикшереп сыҡҡайны.

“Беҙ ун эре сауҙа үҙәген тикшерҙек. Уларҙың һигеҙендә һис тотҡарлыҡһыҙ снюс һатып алдыҡ, әммә ул паспорт буйынса ғына ойошторолған. Сауҙа кәштәләрендә лә улар юҡ. Һатып алыусының һорауы буйынса ғына һатыла”, – тине “Халыҡ контроле” проекты ағзаһы Антон Буфетов.

Халыҡ тикшереүселәре белде­реүенсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа снюс­тың тәмәкенән түгел, ә химикаттарҙан эшләнеүе асыҡланған. Был иһә һаулыҡҡа айырыуса ҙур зыян килтерә.

Йәмәғәтселәр йөрөп сыҡҡандан һуң, республиканың Сауҙа һәм ҡулланыу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре ҡабаттан тикшереү ойошторҙо.

“Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр был сауҙа нөктәләре буйлап йәнә йөрөп сыҡты һәм һигеҙ урындың икәүһендә снюс һатыу тураһындағы мәғлүмәт раҫлан­ды. Хужалары менән аралашҡандан һуң, улар был тауарҙы бөтөнләй һатмаҫҡа булды”, – тинеләр ведомствола.

“Эшҡыуарҙарҙың күпселеге уның зыянын аңлай һәм һатыуҙан ала. Беҙҙең рейд быны тағы бер тапҡыр раҫланы. Бөтәһе лә әңгәмәнән һуң һатмаҫҡа ризалашты. Был йүнәлештәге эш дауам итәсәк”, – тине комитет рәйесе Алексей Гусев.

Эйе, Радий Хәбиров снюсты сауҙа кәштәләренән алып ташлауҙы һорағас, сауҙа үҙәктәренең 95 проценты быны эшләне. Тик бөтәһе лә аңлы түгел. Был ағыуҙы һатырға теләгән шәхси эшҡыуарҙар бар. Мәҫәлән, быйыл йыл башында ғына Башҡортостанда 18 партия снюс тартып алынған. Уны “Роспотребнадзор” белгестәре өйрәнгәндән һуң составында ҡурғаш, мышаяҡ, кадмий, терегөмөш, тимер, баҡыр, никель, аҡ ҡурғаш, хром, никотин, токсикологик элементтар тапҡан. Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре интернет аша һатылған снюсты ла асыҡлай. Был эш менән шөғөлләнгән 11 сайт ябыла. Саралар шунда уҡ күрелә, әлбиттә, партиялар юҡҡа сығарыла, ғәйепле эшҡыуарҙарға ҡарата протоколдар төҙөлә һәм башҡалар.
Тик ҡануниәт кимәлендә тыйыу булмағас, ҡара эш барыбер дауам итә ине. Һәм, ниһайәт, ул да хәл ителде. 30 ғинуарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бер юлы өс уҡыуҙа республикала бәлиғ булмағандарға снюс һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте.

Беҙҙең депутаттар федераль закон ҡабул ителгәнен көтөп ултырмай, был башланғысты үҙ ҡулдарына алып, илдә беренселәрҙән булып сауҙаны тыйырға ҡарар итте.

– Был тема – көнүҙәк, ситкә ҡуйып тороуҙы түҙмәй торған мәсьәлә. Ошо арала Рәсәйҙә рәсми рәүештә снюстан үлем осрағы теркәлде, – тине был турала парламент спикеры Константин Толкачев. – Федераль кимәлдә бындай сикләүҙәр юҡ, шуға күрә беҙҙең балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау өсөн тиҙ арала республика законын ҡабул итеү кәрәк ине. Беҙҙең һатыусылар үҫмерҙәргә һатмаясаҡ, йәки балалар үҙҙәре уны алмаясаҡ, тип ышанып ултырыу заманы үткән. Хоҡуҡи ҡарар кәрәк ине һәм беҙ уны ҡабул иттек. Бер нисә төбәктә ошондай йоғонтоло закон бар.
Яңы закон февралдән ғәмәлгә инәсәк.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/snyus-barmy-yu-/
Читайте нас