Был ризыҡты әҙерләү өсөн бер стакан һоло киҫәктәре (овсяные хлопья), ике банан, 100 грамм творог, йәшел алманың яртыһы, йомшартҡыс, ваниль шәкәре кәрәк.
Тәүҙә эремсекте иләк аша үткәрәбеҙ. Уға ҡырылған банан, йәшел алманы ҡушабыҙ. Һоло киҫәктәре, йомшартҡыс, ваниль шәкәре һалып, ҡалаҡ менән һәйбәтләп болғатабыҙ.
Формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, үҫемлек майы менән майлайбыҙ. Формаға ҡалаҡ менән ҡамырҙы теҙеп һалып сығабыҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 30 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.