Новости
4 Февраль 2020, 07:41

"Парад, смирно!" - Смоленск өлкәһендә бер ветеран өсөн парад үткәргәндәр

27 ғинуарҙа, Ленинградты фашист блокадаһынан азат иткән көндө, Смоленск өлкәһенең Богородицкое ауылында бер ветеран өсөн танталы парад ойошторолған. Уны өлкә Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Ленинград өсөн алышта ҡатнашыусы Михаил Семенович Кугелевҡа арнаған.

«С каждым годом победителей той войны все меньше: кого-то уже нет в живых, а кому-то возраст или состояние здоровья не позволяют выйти из дома. Но эта ситуация поправима – если ветеран не идет на парад, значит, такой парад можно устроить для него», – тиелә ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.
Парадта 200-гә яҡын офицер, хәрби академия курсанттары, хәрби хеҙмәт үтеүселәр һәм юнармеецтар ҡатнашҡан. Улар хәрби оркестр оҙатыуы аҫтында ветеран йәшәгән йорт ихатаһына юлланған.

Тантана һуңында Бөйөк Ватан һуғышы яугиры тәфтишселәрҙе һәм офицерҙарҙы ҡунаҡҡа саҡырған. Улар, үҙ сиратында, Михаил Семеновичҡа бүләктәрен тапшырған һәм табын артында ветерандың яу хәтирәләрен тыңлаған.

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Parad-smirno--Smolensk-lk-end-ber-veteran-s-n-parad-tk-rg-nd-r-105750/
Читайте нас