Әле полиция был кешенең кемлеген асыҡлай. Баҡһаң, кәүҙә 16 декабрҙә уҡ табылған булған. Ул баш ҡаланың Лесунов урамы янындағы урманда ятҡан. Был турала республиканың Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ирҙең билдәләре: 50-60 йәшлек, буйы 175 сантиметр, ҡаштары дуғаланып тора, ҡуйы.
Әгәр һәләк булған ир йәки ошо фотолағы ҡатын тураһында ни ҙә булһа белһәгеҙ, 2794870, 2793902, 2371960, 02 йәки 102 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.