Новости
4 Февраль 2020, 09:14

Балаңды тентергә рөхсәтме?

Өфөләге 71-се мәктәптә булған хәл күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Ата-әсәнән хәҙер балаларының шәхси әйберҙәрен тикшерергә рөхсәт һорайҙар. Бланктың өлгөһө социаль селтәрҙә бар.

Уҡыусыларҙы тыйылған әйберҙәргә (мәҫәлән, снюс, бысаҡ, насвай, газ баллончиктары, энергетик эсемлектәр) бәле тикшерергә уйлағандар. Әйтеүҙәренсә, бөтәһе лә ирекле рәүештә башҡарыла. Бер яҡтан, бәлиғ булмаған баланы ата-әсәнән йәки опекундарҙан башҡа тентеү законды боҙоу иҫәпләнһә, икенсе яҡтан, был ғәҙәти булмаған ғәмәл хәүефһеҙлек тигән һүҙ. Һуңғы ваҡытта мәктәптәрҙәге хәүефле хәл уҡытыусыларҙы ныҡ борсой, Нижегородкалағы ваҡиға бөтөнләй башҡа һыйырлыҡ түгел. Иҫегеҙҙәлер, 12 йәшлек ҡыҙ бала ике туған һеңлеһенә бысаҡ менән сәнсеп, ваҡиға саҡ үлемесле фажиғәгә олғашманы.
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, мәғариф идаралығындағы кәңәшмәләрҙең береһендә мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү тураһында һүҙ сыҡҡас, уҡыусыларҙың әйберҙәрен ирекле рәүештә тикшереү мөһимлегенә туҡталғандар. Әммә был ғәмәлдең киләсәге булмаҫҡа оҡшай, бланктарҙы юҡҡа сығарырға әмер бирелгән.
Фото: Горобзор Автор: Дина Арсланова.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bala-di-tenterg-r-hs-tme-106032/
Читайте нас