Новости
4 Февраль 2020, 07:34

Һауа торошо - 4-6 февраль

Ел дә көсәйә, дуҫтар, боҙлауыҡ һәм епшек ҡар ҙа көтә беҙҙе.

4 февраль республика буйынса епшек ҡар, ямғыр яуып аптыратасаҡ. Юлдарҙың тайғаҡҡа әйләнеүен көт тә тор.
Электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешәсәк.
Боҙлауыҡтан тыш, юлдарға көрт тә һаласаҡ, яуым-төшөм мәлендә күреү мөмкинлеге лә ныҡ кәмей.
Ел көсәйә - тиҙлеге 15-20 м/с.
Һауа температураһы төндә 0,-5°, көньяҡ-көнсығыш буйынса - -10°, көндөҙ +2,-3°.
5 февраль - көн болотлап, ямғыр ҡатыш ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ хәүеф тыуҙырасаҡ, сымдарға һәм ағастарға бәҫ ҡунасаҡ.
Елдең тиҙлеге - 9-14 м/с, урыны менән 18 м/с.
Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -1,-6° булһа, -6,-11°-гә тиклем түбәнәйеүе лә ихтимал.
6 февраль - болотло көн көтә, бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ.
Елдең тиҙлеге - 5-10 м/с.
Һауа температураһы төндә -7,-12°, аяҙ мәлдә -17°, көндөҙ -5,-10°.
Фото: Интернеттан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/aua-torosho-4-6-fevral-105951/
Читайте нас