Новости
3 Февраль 2020, 12:40

Шок! Иглин "бальнисында" пациент иҙәндә шыуышып йөрөгән!

Интернетты шаҡ ҡатырған видеояҙмала Иглин үҙәк дауаханаһы төшөрөлгән. Бер ир шәфҡәт туташынан үҙе менән бергә пациенттарҙың ниндәй хәлдә икәнен тикшереүее һораған. Уларҙың береһе иҙәндә ятҡан, икенсе аяҡһыҙ пациент тәмәке тартыу урынына шыуышып барған.

Үҙен Светлана Михайловна тип таныштырған шәфҡәт туташы һүҙҙәренсә, пациенттарҙы туғандары ҡарарға тейеш, уларҙың бүлексәһендә бер генә санитарка эшләй, ул бөтәһенә лә өлгөрә алмай. «Медиакорсеть» баҫмаһы дауахананың баш табибы Жанна Карунасҡа шылтыратып һораған. Уның әйтеүенсә, пациенттар дауахананан сыҡҡан, ә ул был видеороликтарҙы бөгөнгә тиклем ҡарамаған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин был хәлде баһаланы, тиҙ арала хәлде яйларға йыйына. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙә белдерҙе. Инсаф Хужабиргәнов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Shok-Iglin-balnisinda-patsient-i-nd-shiuiship-y-r-g-n-103147/
Читайте нас