Новости
3 Февраль 2020, 06:22

Коллекторҙарға ялыуҙар ниңә күбәйгән?

Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр граждандарҙан коллекторҙар һәм кредиторҙар тарафынан хоҡуҡтарының боҙолоуы хаҡында 658 мөрәжәғәт ҡарауға алынған.

Уларҙың 278-е бурысты ҡайтарыу менән шөғөлләнгән ойошмаларға, йәғни коллекторҙарға ҡарата булһа, 247 ғариза иһә микрофинанс һәм микрокредит ойошмалары менән бәйле. Тағы 90 ялыу башҡа кешеләрҙең эшенә ҡарата яҙылған.
Коллекторҙарҙың, кредиторҙарҙың төп хоҡуҡ боҙоуҙары уларҙың психологик баҫым яһауы, тейешле йөкмәткеле булмаған хәбәрҙәрҙе ебәреү, бурыслының шәхси мәғлүмәттәрен асыу һәм башҡалар менән бәйле икәнлеге асыҡланған.
Ошо бар мөрәжәғәттәрҙе ҡарап, 105 административ эш ҡаралған. Уларҙың 35-е коллекторҙар агентлыҡтарына ҡарата теркәлһә, 41-е - микрофинанс һәм микрокредит ойошмалары эшмәкәрлегенә. Ә биш эш – кредит ойошмаһына, икәүһе “коллектор эше"н законһыҙ алып барғандарға, берәүһе микрокредит ойошмаһының генераль директорына ҡарата ҡуҙғатылған. Былтыр барыһы өс миллион һумдан ашыу штраф тәғәйенләнгән. Ә был, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 2,5 тапҡырға күберәк.
Фото: Капитал.96.
Читайте нас