Новости
3 Февраль 2020, 12:40

Кәрәҙ балһыҙ булмай

Рәйлә яраттымы икән Усманды?.. Яратҡандыр... Ярат­маһа, яҙмышын ышанып тапшырып, мөхәббәт емеше тип, унан балалар тапмаҫ, 20 йыл буйы, бына-бына үҙгәрер, ул беҙҙе ярата, тип ялған иллюзияларға алданып йәшәмәҫ ине.

Бөгөн килеп ҡатын иренең уларҙы бөтөнләй яратмаған­лығын, уға бер ҡасан да ғаилә кәрәкмәгәнлеген, өмөттәренең буш һабын ҡыуығы кеүек шартлап, юҡҡа сығыуын аңланы. Тик бик һуң аңланы. Сәскә кеүек матур, йәш, көслө сағын заяға, буш өмөттәренең аҡланыуын көтөп үткәрҙе. Алла тарафынан бүләк итеп бирелгән остоҡ ҡына ғүмерен әләф-тәләф итте. Кем ҡайтарыр бәхетһеҙ ҡатынға был араны?.. Ваҡыт аяуһыҙ.
Инде балалары үҫеп, башлы-күҙле булды. Үҙ балаларын үҫ­терәләр... Аллаға шөкөр, бөтәһе лә яҡшы, күршеһе әйтмешләй, сит-яттарҙың күҙҙәре генә тейеп ҡуймаһын, шайтан ҡолағы һаң­ғырау булһын.
Рәйлә һәр ваҡыт ирен көттө. Бына, бер матур иртәлә Усманы уяныр, күҙҙәрен асыр ҙа йылмайыр, уйланыр, аңлар, яңғыҙы арыр, беҙҙе һағыныр һәм килеп алдыма йығылыр, тип уйланы. Тик ул килмәне. Инде килмәҫ тә. Килһә лә, Рәйләһе уның яғына боролоп та ҡарамаҫ, асыҡ сырай күрһәтмәҫ, йәлләмәҫ... Сөнки ҡасандыр илаһи матур һөйөүҙән балланған кәрәҙ күңеле таш булып ҡатты... Уны хәҙер бер ни ҙә иретә алмай.
Кеше был донъяға мәңгелеккә килмәй. Ғүмер фани һәм һәммәбеҙгә бер мәртәбә генә йәшәү мөмкинлеге бирелгән. Ул уны нисек йәшәй, унда бер кемдең дә ҡыҫылышы, эше юҡ. Хаталанамы, йығылып, ауыҙ-моронон ҡанатамы... Тик донъянан ваз кисеп, туҡталып ҡына ҡалмаһын, алға барһын! Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ. Барыбер ауырлыҡтарҙы еңер, өйрә­нер, маҡсатына ирешер. Сөнки ул – кеше, сөнки уның әҙәмсә йәшәгеһе килә. Иң мөһиме – теләге генә булһын, ә ҡалғаны “дело техники” тигән һымаҡ...
Рәйлә, шайтан ғына өмөтһөҙ, ә һин – Кеше, тәүәккәллә!
Был донъяла бөтә кеше лә бәхетле булып, бер ҡайғыһыҙ, етеш тормошта рәхәтләнеп йәшәһә, уның ҡыҙығы ла булмаҫ ине...
Себендең себене үлемһеҙ. Көҙ тәҙрә араһына инеп ятып ҡала ла яҙғыһын, бер нәмә булмағандай, йәнә йәнләнеп китә... Тәбиғәт серҙәре төпһөҙ. Тик кеше ғүмеренә ҡағылышлылары ғына сикле.
Тәүәккәллә, Рәйлә, үҙ эсеңә йомолма, йәме! Иртәгә яңы көн!

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: М. Ғәйфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/mahsus/k-r-bal-y-bulmay/
Читайте нас