Беләһегеҙ, “Рәсәй лидерҙары” конкурсы Владимир путин ҡушыуы буйынса өсөнсө йыл үткәрелә. Ул яңы быуын йәш етәкселәрен асыҡлауға йүнәлтелгән.
Һайлап алыу бик етди һәм күп яҡлы һынауҙар менән үтә. Дәғүәселек ярайһы көслө.
– Важность проекта трудно переоценить в связи с масштабными задачами, которые поставил перед нашей страной Президент России Владимир Владимирович Путин. Для их решения нужны умные, талантливые, целеустремленные специалисты. И конкурс дает возможность таким людям, стремящимся к постоянному развитию и ставящим перед собой высокие цели, использовать свои способности во благо нашего государства, – тине Игорь Комаров.
Конкурсҡа дөйөм алғанда 230 мең ғариза килгән. Ярымфиналға 3000 тирәһе кеше һайлап алынған. Федераль округтың дүрт төбәге – Башҡортостан, Татарстан, Һамар һәм Түбәнге Новгород өлкәләре заявкалар һаны буйынса айырылып тора.
Әле беҙҙең округтан 282 кеше ярымфиналға сыҡҡан. Шуларҙың 30-ы Сочиҙа үтәсәк финалға һайлап алынасаҡ. Ярымфиналда Башҡортостандан 40 кеше үҙ мөмкинлеген һәм оҫталығын һынай.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Barmi-be--lider-ar-104489/