Абҙаҡ ауылында шәхси эшҡыуар Айбатовта эшләп йөрөгән Ринат 23 ноябрҙә бәләгә тарый: йөк машинаһын ремонтлағанда тәгәрмәстән тимер осоп, уның башына ҡаҙала. Шунда бергә эшләгән Айрат Айбатов менән Таһир Ишбулдин юғалып ҡалмай, йәһәт кенә “Тиҙ ярҙам”ға шылтыраталар, яраны йыуалар һәм егетте ауыл фельдшеры Әлфиә Ситдиҡоваға алып баралар. Фельдшер укол яһағас, ирҙәр Ринатты машинаға ултыртып, “Тиҙ ярҙам”ға ҡаршы сыға. Әммә үҙҙәре алдараҡ ҡалаға барып етеп, ауылдаштарын дауаханаға килтереп еткерә. Ауыр хәлдәге егетте табиптар шунда уҡ операция бүлмәһенә алып инеп китә. Кисектергеһеҙ башланған операцияны табип Рәмил Саҙрыев менән анестезиолог-реаниматолог Айрат Фәтҡуллин яһай.
– Ағайымдың башы ныҡ ярылған булған, тимер ярсыҡтарын мейеһенән тиерлек йыйып алғандар, – тип һөйләй Эльвира. – Асыҡ яранан ике һөйәк ярсығы ла алынған. Операциянан һуң ағайым бер аҙна реанимацияла ятты, аҙаҡ өс аҙнаға яҡын травматология бүлегендә дауаланды, һуңынан неврология бүлегендә дауаланыуҙы дауам итте. Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының реанимация, травматология, неврология бүлектәре табиптары, шәфҡәт туташтары, санитарҙарына рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ. Улар ағайымды шул тиклем ныҡ яҡшы итеп ҡараны: тәүге көндәрҙә һәр биш минут һайын хәлен белешеп, күҙәтеп кенә торҙолар, аҙаҡ та иғтибарҙарын саҡ ҡына ла кәметмәй, ихлас дауаланылар, ағайымды аяҡҡа баҫтырыуға әллә күпме көс һалдылар. Травматологияла Рәмил Саҙрыев кеүек тәжрибәле травматолог дауалаһа, неврологияла иң шәп докторҙарҙың береһе Хазина Сөләймәнова бар тәжрибәһен, һәләтен, тырышлығын бирҙе. Уларҙың юғары профессионаллеге, белеме, кешелек сифаттары беҙҙе хайран итте. Айрат Айбатов, Таһир Ишбулдин, Рәмил Саҙрыев, Хазина Сөләймәнова, Айрат Фәтҡуллин, ортопед-травматолог Рифат Нурмөхәмәтовҡа һәм үрҙә телгә алынған бүлектәрҙең хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙең сиге юҡ, уларҙың үҙҙәренә лә, яҡындарына ла һаулыҡ теләйбеҙ! Шундай табиптарыбыҙҙың, шәфҡәт туташтарыбыҙҙың һаулыҡ һағында тороуы – беҙҙең өсөн әйтеп, аңлатып бөткөһөҙ оло ҡыуаныс. Улар беҙҙе бәләнән ҡотҡарҙы.
Бәлә һис ҡасан иҫкәртеп тормай шул, һәр саҡ көтмәгәндә килеп ишек шаҡый. Ринат Килов та уйламағанда хәүефкә юлыға, әлдә, бәхетенән, иптәштәре ашығыс ярҙам күрһәтә, табиптар оҫта һәм ваҡытлы операция яһап, дауалау курсы үткәрә. Хәйер, Ринатҡа тулыһынса аяҡҡа баҫыу өсөн байтаҡ ваҡыт һәм тағы бер нисә операция талап ителә. Әммә, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, табиптар уны, бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған, ти: яраһы бик ауыр, ҡурҡыныс булған. Шөкөр, иң мөһиме – ул иҫән, ә ямауы өҫтөндә. Йәш организм бирешмәҫ. Ринатҡа тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ!
Фото: Т.Аманов