Әле Скворчиха ауылындағы фермала 106 һыйыр бар. Уларҙың 12-һе яңыраҡ быҙаулаған. Хужалыҡта тәүлегенә 200 литрға тиклем һөт һауып алына. Бынан тыш, халыҡҡа һарыҡ, йылҡы ите, бойҙай, һоло, кукуруз, ҡарабойҙай һәм башҡалар һатыла. Яҙға ҡарай мал һаны дүрт тапҡырға тиклем артыр тип күҙаллана.
Әйткәндәй, Александр Привалов үҙ эшмәкәрлеген 2016 йылда башлаған. Уның кәрҫтиән (фермер) хужалығы Ишембай районының Байғужа, Этҡол, Верхотор һәм Скворчиха ауылдары биләмәһендә урынлашҡан.