Бөтә донъяға билдәле болгар күрәҙәсеһе Ванга был турала нимә тине икән? Ырым-юрауҙарға ышанған кешеләр, ниндәй ҙә мөһим ваҡиға булһа, уның фекерен эҙләй башлай.
Баҡһаң, бөйөк Ванга “ниндәйҙер яңы вирус килеп сығасаҡ” тип күҙаллаған икән. Һәм, имеш, был ваҡиға 2020 йылда булырға тейеш. “Был сир бөтә донъяла эпидемияға килтерәсәк” тигән Ванга. Тик бына уның әйтеүе буйынса, ул вирус Африканан сығырға тейеш. Ә коронавирустың “тыуған яғы” - Ҡытай. Африкаға килгәндә, әле унда был сир йоҡҡан бер генә осраҡ та теркәлмәгән.
Әгәр Ванганың әйткәне дөрөҫ булһа, яҡшы яңылыҡ та бар: дарыуҙы быйыл уҡ табасаҡтар. Уға ышанырғамы, юҡмы, һәр кем үҙе хәл итә. Тарихҡа күҙ һалһаң, уның күп кенә әйткәне ысынбарлыҡҡа тура килгән. Шул уҡ ваҡытта тормошҡа ашмағандары ла күп.
Ә етди итеп әйткәндә, сир менән шаярырға ярамай. Үлгәндәр һаны арта. Вирус хәҙер Ҡытайҙан ситкә таралды. Таиланд, Япония, Сингапур, Австралия, Малайзия, Франция, АҠШ, Германия, Канада, Италия, Һиндостан һәм башҡа илдәрҙә сирҙе йоҡторған кешеләр бар. Ғалимдар фекеренсә, Рәсәйгә ул февраль урталарында килеп етәсәк. Бөтә донъя ғалимдары коронавирусҡа ҡаршы дарыу уйлап табыу өҫтөндә эшләй.
Иҫән-һау булайыҡ! Яман сирҙәр беҙгә теймәһен!