

Был эш “Янғантау” геопаркының проектына ярашлы башҡарыласаҡ.
Белгестәр мәмерйәлә 320-ләп граффитиҙы иҫәпкә алған исемлек төҙөгән. Йәйгеһен бында көнөнә меңгә яҡын кеше килә - улар "иҫтәлеккә" яҙыу ҡалдыра. Граффитиҙың күбеһе һуңғы 20 йыл эсендә лак буяуы менән төшөрөлгән. Шуныһы үкенесле, ҡайһы бер яҙыуҙар боронғо һүрәттәр өҫтөнә эшләнгән.
Иҙрис мәмерйәһе федераль әһәмиәттәге археологик ҡомартҡы һанала. 1930-сы йылдарҙа уҡ унда ҡыҙыл охра менән төшөрөлгән 6 антропоморф һүрәт табылған. Әлеге ваҡытта ғалимдар мәмерйә биләмәһендә энеолит осорона ҡараған 14 һүрәт төркөмө тапты.
Фото: Н. Григорьев.