

Белорет районында йәшәүсе М.-ға Магнитогорск ҡалаһынан 29 йәшлек ейәне ҡунаҡҡа килә. Олатаһының өҫтәлдә ятҡан банк картаһын, пин-код яҙылған ҡағыҙ ятҡан конвертты сәлдерә лә, банкҡа йүгерә. Олатаһы – ҡарт кеше аҙ ғына аҡса алғанды һиҙмәҫ әле, тип уйлай. Әммә нәфсе үҙенекен итә. 17 мәртәбә аҙ ғына суммала аҡсаларҙы алып бөтә һәм картаны кире урынына һалып ҡуя.
Бабай банкта аҡса иҫәбе асып, проценты артһын өсөн пенсияны ай һайын шунда күсереп бара. Бөтәһе 119 мең аҡса йыйылған була. Ә бер көндө кредит учреждениеһына барып, күпме сумма йыйылыуын белергә теләһә, унда бер тин дә ятмауын белеп, аптырап китә. Ҡартҡа полицияға мөрәжәғәт итеүҙән сара ҡалмай. Асыҡлауҙарынса, бур уның үҙенең ейәне булып сыға.