Новости
31 Ғинуар 2020, 12:10

Ниндәй ҡуйыртылған һөт яҡшы?

Ҡуйыртылған һөттө күп осраҡта тимер банкала һаталар. Уның һауыты йәнселмәгән, күгәрмәгән булырға тейеш. Пластик ҡапта алһағыҙ, йөйҙәренең герметик йәбештерелеүен тикшерегеҙ.

«ГОСТ» һүҙен эҙләгеҙ. Был – сифат күрһәткесе. Техник шарттар (ТУ) ҡуйыртылған һөткә үҫемлек майҙары, төрлө ҡатнашмалар ҡушыуҙы тыймай. Сифатлы ҡуйыртылған һөт составында һыйыр һөтө йәки һөт өҫтө, шәкәр, һыу ғына булырға тейеш. Ҡапҡасына М билдәһе 76 коды ҡуйылған ҡуйыртылған һөттә бер ниндәй ҙә ҡушылмалар юҡ.

Сифатлы һөттөң төҫө аҡ йәки аҡһыл һары була. Банканы асыу менән ҡалаҡ тығып ҡарағыҙ. Сифатлыһында ҡалаҡ торасаҡ. Ҡалай һауытта һөттө оҙаҡ һаҡламағыҙ.

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Nind-y-uyirtil-an--t-ya-shi-98614/
Читайте нас