Мәскәү допингка ҡаршы лабораторияһы 2015 йылда ла аккредитацияһыҙ тороп ҡалғайны, әммә 2016 йылдың майында WADA был ойошмаға спортсыларҙың биологик паспорты өсөн ҡан өлгөләре анализдарын эшләү хоҡуғын кире ҡайтарҙы.
21 ғинуарҙа WADA белгестәре ойошма президенты Витольд Банькеға лаборатория эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатып тороу кәрәклеге хаҡында белдергән, һәм ул был ҡарар менән килешкән. Хәҙер Мәскәү лабораторияһына допинг-пробалар менән эшләү тыйылған. Ҡарар дисциплинар тикшереүҙәргә тиклем көсөндә ҡаласаҡ әле.
Был аҙым WADA башҡарма комитетының былтыр 9 декабрҙә ҡабул иткән ҡарарына ярашлы атҡарылған. Белеүебеҙсә, Рәсәй допингка ҡаршы агентлығы допингка ҡаршы кодекс талаптарына яуап бирмәй тип табылғайны.