Новости
31 Ғинуар 2020, 07:15

Башҡорт квн-сылары Юғары лигаға ҡайтырға йыйына

"Республика йөҙҙәре" командаһы Сочиҙа үткән шаяндар һәм отҡорҙар Халыҡ-ара фестивалендә уңышлы сығыш яһап, Премьер-лигаға үтте.

Яҡташтарыбыҙ яҙ Мәскәүҙә сығыш яһарға йыйына. Уйын Беренсе каналда күрһәтеләсәк. Әлегә команда көн дә репетициялар ойоштора, яңы миниатюралар ҡуя, ҡыҙыҡлы музыкаль композициялар өҫтөндә эшләй.
Маҡсаттары – Юғары лигаға эләгеү. Әйткәндәй, Сочиҙа үткән фестивалдә 457 команда ҡатнашҡайны, шул иҫәптән ун алтыһы – Башҡортостандан була. Юмор оҫталары жюри ағзаларын хайран ҡалдырырға тырыша һәм ниһайәт һуңғы биш йыл эсендә тәүге еңеү – "Республика йөҙҙәре" командаһы телевизион Лигаға үтте.
Гөлназ Хәйбуллина.
Читайте нас